6 декабрь, Шишәмбе

02 ноябрь 2009 йыл, 12:38

Өфөлә "Ҡатын-ҡыҙ - йыл директоры" конкурсының төбәк этабы үткәрелә

автор: Любовь Колоколова

20 ноябрҙә республикабыҙ баш ҡалаһында "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры"  Бөтә Рәсәй  конкурсының төбәк этабы үткәреләсәк.  Быйыл  ул  13-сө  тапҡыр  үткәрелә.

БР  Эшҡыуар  ҡатын-ҡыҙҙар  ассоциацияһы рәйесе Алла Кузьмина хәбәр итеүенсә,  конкурста Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат,  Благовещен һәм Бәләбәй ҡалаларынан  бәләкәй предприятиелар етәкселәре ҡатнашасаҡ. Конкурсҡа әҙерлек башланды ла инде.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, "Ҡатын-ҡыҙ — йыл директоры" конкурсы идеяһы авторы — Рәсәй Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы президенты Татьяна Малютина. Конкурстың төбәк этабын  БР-ҙың Эшҡыуарлыҡ һәм сауҙа комитеты ярҙамында Рәсәй Эшҡыуар ҡатын-ҡыҙҙар ассоциацияһы  үткәрә.

Конкурстың маҡсаты — предприятиеның үҫешен тәьмин итеүсе ҡатын-ҡыҙ етәкселәрҙе асыҡлау һәм дәртләндереү, төбәктең социаль-иҡтисади программаларын тормошҡа ашырыуға уларҙың индергән өлөшөн һәм ролен йәмәғәтселеккә танытыу.

темалар: Эшҡыуарлыҡ