Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Өфө - инвестициялар йәлеп итеүсәнлек буйынса Рәсәйҙә өсөнсө ҡала

Иҡтисад

РБК компанияһы Рәсәй ҡалаларының инвестициялар йәлеп итеүсәнлек рейтингын баҫып сығарҙы. Унда 250 меңдән ашыу кеше йәшәгән 58 ҡала ҡатнашты.

Өфө күрһәткестәр арта барыуы иҫәбенә унынсы урындан өсөнсө урынға күтәрелде.

Рейтинг төҙөгәндә күп параметрҙар иҫәпкә алынды: баҙар күләме, ҡала финанстары,төҙөлөш, сауҙа күләме, халыҡтың етеш тормошо һәм именлеге.

Лидерлыҡты Екатеринбург яуланы, икенсе урында – Краснодар, өсөнсөлә – Өфө. Унан ҡала Ҡазан, Сургут, Новосибирск, Омск, Дондағы Ростов, Красноярск, Төмән килә.

Рейтинг төҙөүселәр иҫәпләүенсә, торлаҡҡа хаҡтар бар ерҙә лә үҫте, ләкин төҙөлөшкә сығымдар йылдамыраҡ арта. Ә бына ваҡлап һатыу сауҙа әйләнешендә ҙур һәм урта ойошмалар өлөшө кәмене. Иң мөһим күрһәткестәр иҫәбендә — именлек, был бигерәк тә ҙур ҡалалар өсөн актуаль. Теркәлгән енәйәттәрҙең күп өлөшөн элеккесә урлашыуҙар, талауҙар, һөжүм итеүҙәр тәшкил итә. Был, беренсе сиратта, халыҡтың тормош кимәленә һәм хеҙмәт баҙарындағы хәлгә бәйләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть