5 декабрь, Дүшәмбе

02 ноябрь 2009 йыл, 11:59

Стәрлетамаҡ икмәк комбинатына 100 йыл тулды

автор: Марият Артюхова | фото: Олег Яровиков

Стәрлетамаҡ икмәк комбинатына йөҙ йыл тулды. Ул үҙ юлын сауҙагәр Жилкиндың ҡалас бешереү пекарняһынан башлай, ауыр һуғыштан алдағы һәм һуғыш йылдарында, шулай уҡ һуғыштан һуңғы ҡытлыҡ осоронда ла халыҡты икмәк менән төп тәьмин итеүсе була.

1954 йылда Стәрлетамаҡта тәүлегенә 60 тонна икмәк проект ҡеүәте менән тәүге типовой икмәк заводы төҙөлә. Икмәк комбинаты уҙған быуаттың 60-90-сы йылдарында – ҙур химия һәм нефтехимия комплексы файҙаланыуға тапшырылған, ә ҡала халҡы икеләтә артҡан осорҙа ҡеүәтле үҫеш ала.

Юбиляр-предприятие коллективын ҡотларға Стәрлетамаҡҡа Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов һәм беренсе вице-премьер, БР ауыл хужалығы министры Шамил Вахитов барҙы. Юбилей тантанаһы башланыр алдынан улар икмәк комбинатында булды, унда икмәк һәм икмәк-булка изделиелары бешереү цехын ҡараны. Һуңынан республика башлығы комбинаттың йөҙ йыллығы айҡанлы Ҡала мәҙәниәт һарайында үткән тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Залда йыйылыусылар алдында сығыш яһап, Президент:

— Данлы хеҙмәт коллективтарыбыҙҙың юбилейҙарын байрам итеүҙә ҡатнашҡан һайын мин ысын мәғәнәһендә ғорурлыҡ кисерәм, — тине. – Бөгөн дә һеҙҙең уникаль предприятиеғыҙҙың 100 йыллығына арналған тантанала ҡатнашыуыма бик шатмын.

Данлы юбилейға һеҙҙең коллектив ныҡлы нигеҙ булдырып яҡынлашты. Бөгөн һеҙҙең үҫеш стратегияғыҙ, аныҡ иҡтисади йүнәлештәрегеҙ бар. Предприятиела етештереү процесы даими яңыртыла бара. Йыл һайын ҡайтанан техник ҡоралландырыуға 7-10 миллион һум инвестициялар йүнәлтелә, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Президент.

“Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары”, “Рәсәйҙең 100 иң яҡшы тауары” кеүек республика, төбәк-ара һәм дөйөм Рәсәй конкурстарында, күргәҙмәләрҙә һәм йәрминкәләрҙә алған наградалары икмәк заводы продукцияһының юғары сифаты тураһында һөйләй. Быйыл икмәк комбинаты “Бөтә Рәсәй Почет кенәгәһе” Федераль реестрына индерелде.

Социаль мәсьәләләрҙе хәл итеү – эштең айырым йүнәлеше. Предприятиеның ике ашханаһы, медицина пункты һәм саунаһы, бассейны һәм тренажер залы менән сәләмәтләндереү үҙәге бар. Үҙ средстволары иҫәбенә комбинат юғары квалификациялы медперсонал тота.

Ҡалала йыл һайын “Икмәк байрамдары” ойоштороу һәм үткәреү яҡшы традицияға әүерелде. Унда игенсенең һәм икмәк бешереүсенең ауыр хеҙмәтенә дан йырлана, һатып алыусылар менән бергә сығарылған продукцияның артабан ассортиментын киңәйтеү һәм сифатын яҡшыртыу юлдары тикшерелә. Икмәк комбинатының ҡаҙаныштарын күрһәтеү, продукция өлгөләре күргәҙмәһе һәм тәмләп ҡарау ойошторола.

Предприятиеның төп ҡаҙаныштарын билдәләп, Президент лайыҡлы хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы Вахит Абдрахимов һәм икмәк комбинаты директоры Николай Герасимов үҙ сығыштарында предприятиеның хеҙмәт коллективына намыҫлы хеҙмәттәре өсөн рәхмәт белдерҙе, юбилей менән ҡотланы һәм республика Президентына, БР Хөкүмәтенә икмәк бешереүселәргә ҡарата иғтибары һәм ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Һуңынан юбилей тантанаһында ҡатнашыусылар өсөн ҙур байрам концерты күрһәтелде.