5 декабрь, Дүшәмбе

02 ноябрь 2009 йыл, 9:55

Истанбулда Башҡортостан Республикаһы көнө билдәләнде

автор: Лиә Нәғимова | фото: Невзат Озкая

Төркиәнең Истанбул ҡалаһында, быйыл июндә Башҡортостан мәҙәниәте көндәре ваҡытында Башҡорт халҡының тарихы һәм этнографияһы музейы асылған “Топкапы” мәҙәниәт паркында, Төркиә Республикаһындағы РФ Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы вәкиллеге 31 октябрҙә Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған традицион сара үткәрҙе. Унда ватандаштарыбыҙ, әлеге ваҡытта Башҡортостандан Төркиәлә уҡыған студенттар, шулай уҡ Төркиә граждандары иҫәбенән вәкиллек активы ҡатнашты.

Истанбулдағы БР Вәкиллеге башлығы Кәншәүбий Мизиев ватандаштарын республика етәкселеге исеменән Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһындағы декларация ҡабул ителеүенең 19 йыллығы менән ҡотланы. Ул, һуңғы йылдарҙа Башҡортостандың Төркиә Республикаһы менән хеҙмәттәшлеге үҫә бара, 2001-2008 йылдарҙа тауар әйләнеше 13 тапҡырға артты, тип билдәләне. Башҡортостан иҡтисадына Төркиә инвестициялары дөйөм тупланған сит ил инвестициялары күләменән 15 процентын тәшкил итә.

Кәншәүбий Мизиев шулай уҡ Өфөлә Башҡортостан-Төркиә дуҫлығы йәмғиәте ойошторолоуы тураһында һөйләне һәм барыһын да был йәмәғәт ойошмаһының Төркиә биләмәһендәге эшмәкәрлегендә әүҙем ҡатнашырға саҡырҙы.

Байрам ҙур концерт менән тамамланды. Ҡурай моңдары яңғыраны, башҡорт, төрөк һәм рус телдәрендә йырҙар башҡарылды.