4 декабрь, Йәкшәмбе

02 ноябрь 2009 йыл, 9:39

Суд приставтары көнө менән!

автор: "Башинформ"

Башҡортостан Республикаһы Президенты Федераль суд   приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса  идаралығы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ҡотлауҙа былай тиелә:

“Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан   Республикаһы буйынса идаралығының  хөрмәтле хеҙмәткәрҙәре  һәм ветерандары!

Һеҙҙе Суд приставтары көнө менән ихлас ҡотлайым!

Рәсәйҙә хеҙмәтегеҙ тарихы бер тиҫтә йыллыҡ ҡына түгел, әммә был һөнәри байрам яңы сифатында тәүге тапҡыр билдәләнә.

Бөгөн  Федераль суд приставтары хеҙмәте – Рәсәй граждандарының конституцион хоҡуҡтарын тәьмин итеү системаһының мөһим өлөшө һәм суд эштәрен тормошҡа ашырыу тәртибен үтәүҙең йоғонтоло механизмы.

Башҡортостан   Республикаһы   буйынса  идаралыҡ  коллективының  көсөргәнешле һәм яуаплы хеҙмәте һөҙөмтәһендә граждандарҙың законға, дәүләт власы институттарына  ышанысы  һәм  ихтирамы арта. Суд  приставтары  хеҙмәте эшмәкәрлеге бөтә кимәлдәге бюджеттарҙы тулыландырыуға булышлыҡ итә, был социаль программаларҙы тормошҡа ашырыуҙа ыңғай сағыла һәм кешеләрҙең йәшәү кимәлен күтәреүгә булышлыҡ итә.

Суд, хоҡуҡ һаҡлау һәм контроль органдары менән әүҙем эш итеп,идаралығығыҙ  эштә һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәште һәм хаҡлы рәүештә Рәсәй федераль суд  приставтары хеҙмәтенең  территориаль органдары  араһында иң  яҡшыларҙың  береһе  тип иҫәпләнә.

Ошо  байрам  көнөндә һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм бәхет,  тыуған Башҡортостан һәм бөтә Рәсәй хаҡына уңышлы эшмәкәрлек теләйем.

Башҡортостан  Республикаһы   Президенты  М.РӘХИМОВ.”