4 декабрь, Йәкшәмбе

30 октябрь 2009 йыл, 16:40

Мәләүездә “Матбуғат байрамы” уҙҙы

автор: Любовь Колоколова

Хәҙерге заманда  журналист  ҡәләме нисек  булырға тейеш, баҫма матбуғат сараларының  йөкмәткеһе ниндәй булырға тейеш? – Мәләүез ҡалаһында үткән матбуғат байрамында ҡатнашыусылар  тап ошо хаҡта һөйләшеү алып барҙы.

Сираттағы   “Матбуғат байрамын”  БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, Башҡортостандың  Журналистар союзы һәм   “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһе,  БР буйынса Федераль почта элемтәһе идаралығы ойошторҙо.

Урындағы мәҙәниәт йортоноң фойеһында республикабыҙ матбуғат баҫмалары үҙҙәренең гәзит-журналдарын теҙеп һалған, уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙеләр, һәр баҫма эш йүнәлеше, тематикаһы менән таныштырҙы. Ә эргәләге  залда Мәләүез ҡалаһы предприятиелары — кирбес заводтары, ағас эшкәртеү комбинаты, “Эколайн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, шәкәр заводы, һөт-консерва, “Мәләүез ит комбинаты” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, “Клен” компанияһы, “Һыра сауҙа йорто” йәмғиәте һәм башҡалар – үҙ продукциялары күргәҙмәһен асҡайны.

Байрамдың пленар өлөшөндә ҡотлау һүҙендә район хакимиәте башлығы Малик Вахитов осрашыуға килгән республика матбуғат баҫмаларының баш мөхәррирҙәрен, билдәле журналистарҙы тәбрикләне, төбәк яңылыҡтары менән таныштырҙы, райондың социаль-иҡтисади өлкәһенә байҡау яһаны.

– Байрамдың Мәләүез ерендә үтеүе юҡҡа түгел, сөнки республика матбуғат баҫмаларын күпләп алдырып уҡыусылар тап ошо яҡтарҙа йәшәй һәм эшләй, — тине БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы урынбаҫары Артур Иҙелбаев.– Иң мөһиме,  төбәк етәкселәре ярҙамдан мәхрүм итмәй, хеҙмәттәшлеккә юл асылған.

Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы тамамланыуға ике айлап ваҡыт ҡала. Эштәр күп әле. Әйтәйек, декабрь айында Балалар һәм үҫмерҙәр матбуғаты аҙналығы үтәсәк  һәм ул “Һәр уҡыусыға – берәр гәзит һәм журнал” тигән девиз аҫтында ойоштороласаҡ. Ноябрҙә “Милли матбуғат аҙналығын” уҙғарыу планлаштырыла.

темалар: Матбуғат