10 декабрь, Шәмбе

30 октябрь 2009 йыл, 15:59

Ер файҙаланыуҙы контролләүҙең яңы ҡағиҙәләре эшҡыуарҙар мәнфәғәтен яҡлаясаҡ

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡалаһы ҡала округы биләмәһендәге ерҙәрҙе файҙаланыуҙың  муниципаль ер контроле тураһындағы Положениеға ҡала Советы депутаттары ҡарары менән индерелгән үҙгәрештәр, беренсе сиратта, шәхси  эшҡыуарҙарҙың мәнфәғәтен яҡларға тейеш. Был хаҡта  ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин хәбәр итте.

Индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы кесе эшҡыуарлыҡты ерҙәрҙе файҙаланыу буйынса контролләү  өс йылға бер үткәреләсәк. Юридик ойошмаларҙың  йәки шәхси эшҡыуарҙарҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген башлағандан йәки   дәүләт   теркәүе  үткәндән һуң  өс йылдан алда  үткәрелергә тейеш түгел.

Шул уҡ ваҡытта муниципаль инспекторҙар  пландан тыш күсмә тикшереүҙәр үткәрергә хоҡуҡлы. Күпселек осраҡтарҙа уларҙы үткәреү өсөн прокуратура органдары менән килешеү талап ителә.