Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.40 ↓

EUR 63.28 ↓

18 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

“Красноусол” шифаханаһында ғилми-ғәмәли конференция бара

Йәмғиәт

“Красноусол” шифаханаһында билдәле санаторийға 85 йыл тулыуға арналған  “Аяҡҡа баҫтырыу медицинаһы һәм курортологияның көнүҙәк мәсьәләләре”  төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы үтә.

Конференцияла БР Президенты Мортаза Рәхимов, дәүләт власы органдары, йәмәғәтселек  вәкилдәре ҡатнаша. Конференцияла  ҡатнашыусылар  араһында  РФ Дәүләт Думаһы, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайы  депутаттары,  “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы, дини структуралар, республика шифаханалары  вәкилдәре, “Красноусол” шифаханаһының  хеҙмәт ветерандары ла бар.

БР Президенты Мортаза Рәхимов үҙенең сығышында былай тине:” “Красноусол” шифаханаһы” бөгөн  халыҡтың сәләмәтлеген тергеҙеү һәм ял итеү  өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған заманса һауыҡтырыу комплексы ул.”

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть