6 декабрь, Шишәмбе

30 октябрь 2009 йыл, 14:39

“Башавтотранс” автобустарында интернет менән бушлай файҙаланып була

автор: Любовь Колоколова

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы автобустарында юғары технологиялы яңылыҡ индерелде: республиканың төп дәүләт йөк ташыусыһының йәмәғәт транспортында интернет селтәренә сығыу мөмкинселеге булдырылды. Бының өсөн өҫтәмә аҡса түләү талап ителмәй – билет өсөн түләү ҙә етә. “Сотел” компанияһы тәьмин иткән элемтә ярҙамында  мәктәп уҡыусылары, студенттар, үҙҙәренең  туҡталышына  барып еткәнсе,  интернет селтәрендә шөғөлләнә ала.

Интернетҡа сығыу тиҙлеге билдәле шарттарҙа  секундына 100 Мбит-ҡа етә. Смартфон,шәхси кеҫә компьютеры, PSP  йәки ноутбук хужалары сифатлы бушлай элемтә менән файҙалана ала.

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһында хәбәр итеүҙәренсә, әлегә интернетҡа сығыу  өсөн  Wi-Fi  системалары студенттар араһында ҙур һорау менән ҡулланған 51-се һанлы маршрут  автобустарына ҡуйылған. Был пассажирҙар машиналары  17-се һанлы балалар клиник дауаханаһынан Октябрь проспекты буйлап “Йәшел сауҡалыҡ” туҡталышына тиклем йөрөй. Маршрут һыҙығында республиканың күп кенә  юғары уҡыу йорттары урынлашҡан.

Киләсәктә  Wi-Fi  системалары ҡуйылған автобустар һанын арттырыу планлаштырыла.

темалар: Транспорт