9 декабрь, Йома

30 октябрь 2009 йыл, 14:21

1,5 миллиард һумдан ашыу әсәлек капиталы средстволары файҙаланылды

автор: Әлим Фәйезов

РФ Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы райондарындағы һәм ҡалаларындағы идаралыҡтарына әсәлек (ғаилә) капиталы  средстволарынан 12 мең һум күләмендәге бер тапҡыр түләнә торған аҡсаны алыу тураһында ғариза менән 50 меңдән ашыу сертификат хужаһы мөрәжәғәт итте, йәғни 600 миллион һумдан ашыу суммаға. Был ғаилә средстволарын көндәлек ихтыяждарға файҙалана алалар.

Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров әйтеүенсә, 1077 миллион һум суммаға 4142 дәүләт сертификаты хужаһы әсәлек капиталы средстволарын торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә алынған кредиттарҙы һәм заемдарҙы (ипотека кредиттарын да индереп) ҡаплауға йүнәлтеү тураһында ғариза бирҙе. Шуларҙан 3756 ғариза буйынса ыңғай ҡарар ҡабул ителде лә инде.

“Балаһы булған ғаиләләргә өҫтәмә дәүләт ярҙамы саралары тураһында” Федераль закон ғәмәлгә ингәндән алып Башҡортостанда 63215 әсәлек (ғаилә) капиталына сертификат тапшырылды, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәтенән.

темалар: пенсия фонды