Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Мортаза Рәхимов Федераль дәүләт теркәүе хеҙмәте етәксеһе Сергей Васильев менән осрашты

Сәйәсәт

30 октябрҙә Республика Йортонда Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәте етәксеһе Сергей Васильев менән осрашыу үткәрҙе.

Федераль һәм төбәк дәүләт теркәүе хеҙмәттәре араһында үҙ-ара эш итеү мәсьәләләре тикшерелде. Күсемһеҙ милеккә хоҡуҡтарҙы теркәү өлкәһендә документтар әйләнеше системаһын камиллаштырыу саралары ҡаралды.

Мортаза Рәхимов теркәү хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүсе граждандар менән эште оптималләштереү кәрәклеген билдәләне. Республика башлығы Башҡортостан Республикаһы менән  Федераль теркәү хеҙмәте араһында мәғлүмәти хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу тәҡдимен хупланы. Яҡтар фекеренсә, документ граждандарҙың кәрәкле мәғлүмәт алыу процесын ябайлаштырыуға йүнәлтелергә тейеш.

Осрашыу ваҡытында Сергей Васильев Рәсәй реестрҙарын төҙөгәндә төбәк эшкәртмәләрен файҙаланыу яҡлы булыуын белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть