Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.09 ↑

EUR 61.69 ↓

21 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

Республика Президенты Красноусолда мәктәп төҙөлөшө барышы менән танышты

Иҡтисад

Башҡортостан  Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов бөгөн республиканың Ғафури районына эш сәфәре менән сыҡты. Төбәк башлығы Красноусол  ауылында 320 уҡыусыға иҫәпләнгән  мәктәп төҙөлөшө барышы менән танышты.

Мәктәп төҙөлөшөн  “Уфастройинвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт алып бара. Эштәрҙең дөйөм   смета  хаҡы 228 миллион һум тәшкил итә.

Ғафури районы хакимиәте башлығының төҙөлөш буйынса урынбаҫары Барый Кәримов һөйләүенсә, районда  йыл башынан  республиканың адреслы инвестициялар программаларына ярашлы  обьекттар төҙөүгә  яҡынса 187,7 миллион һум үҙләштерелгән. Мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлау тармағында Красноусол үҙәк дауаханаһын капиталь ремонтлау бара. Әлеге ваҡытта төп бинаның һул ҡабырғаһында, поликлиниканың уң ҡабырғаһында ремонт эштәре үткән, административ-көнкүреш комплекстың мансарда ҡатының конструкциялары  күтәрелгән.

“Ауылдың  2012-се  йылға тиклем социаль үҫеше” федераль маҡсатлы программаһы сиктәрендә ағымдағы йылда 16,6 саҡрым торбаүткәргес һалынасаҡ, дүрт ауыл – газ һәм ике ауыл эсәр һыу менән тәьмин ителәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть