8 декабрь, Кесе йома

30 октябрь 2009 йыл, 12:32

«Минең хоккей командам» һүрәттәр конкурс иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

«Салауат Юлаев» хоккей клубы «Комсомольская правда» гәзите менән берлектә «Минең хоккей командам» һүрәттәр конкурсын иғлан итә. Унда алты йәштән 16 йәшкә тиклемге балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнаша ала.

Клубтың рәсми сайты хәбәр итеүе буйынса, конкурсҡа һүрәттең исемен, авторҙың фамилияһын, исемен һәм йәшен күрһәтеп, ватманда йәки альбом битендә төшөрөлгән эштәр ҡабул ителә. Һүрәттең арт яғында йорт адресын һәм телефон номерын күрһәтергә кәрәк.

Еңеүселәр өс йәш категорияһында билдәләнәсәк: 6-8 йәш, 9-11 йәш һәм 12-16 йәш. Иң яҡшы эштәр авторҙарына махсус приздар һәм бүләктәр тапшырыласаҡ. «Салауат Юлаев»тың йәш көйәрмәндәренең иң яҡшы ижади эштәре “Өфө-Арена” спорт комплексы фойеһын биҙәйәсәк.

Эштәрҙе 2009 йылдың 1 ноябренән алып 15 декабренә тиклем «Минең хоккей командам» тигән билдә менән 450006, Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 114-се йорт адресы буйынса ебәрергә кәрәк.

темалар: Конкурстар