4 декабрь, Йәкшәмбе

30 октябрь 2009 йыл, 12:06

“Туған тел” телеканалы уңышлы эшләй һәм үҫешә

автор: Наил Искәндәров

2009 йылдың мартында республика баш ҡалаһы Өфөлә тест режимында “Туған тел” музыкаль телеканалы эшләй башланы. Үҙ тапшырыуҙарын ул “Уфанет” цифрлы кабель телевидениеһы селтәрендә, ә июндә “Башинформсвязь” селтәрендә башланы. Рәмил Ғәниев һәм Флүр Зөбәйеров ойошторған яңы музыкаль-күңел асыу телеканалы үҙ алдына башҡорт, татар һәм Башҡортостандың башҡа халыҡтарының музыкаль мираҫын һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Каналды ойоштороусыларҙың һүҙҙәренә ҡарағанда, “урындағы MTV” төҙөү идеяһы күптән тыуған. “Милли мәҙәниәт тә яҡлауға мохтаж, — тип иҫәпләй улар. – Йәштәр үҙ туған телендә һөйләшергә оялмаҫҡа тейеш, шуға күрә беҙҙең төп маҡсат – хәҙерге шарттарҙа телде һаҡлап ҡалыу, уны модалы яһау”.

— Беҙҙә музыкаль профилдәге уҡыу йорттарын тамамлаған һәләтле йәштәр бик күп, ләкин уларҙың ҡайһы берҙәре, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, артабан үҙ ижади һәләттәрен күрһәтә, үҙ хыялдарын тормошҡа ашыра алмайҙар, — ти каналды ойоштороусылар. – Каналды ойоштороп, беҙ мәшғүллек һәм йәштәрҙең ижади һәләттәрен үҫтереү проблемаһын күпмелер кимәлдә хәл итергә маташабыҙ, сөнки телеканал тәүлек әйләнәһенә видеоклиптар күрһәтеү, йәш һәм танылған йырсыларҙың концерттарын биреп, уларҙың популярлығын арттырыу, шулай уҡ шоу-бизнес вәкилдәрен эш менән тәьмин итеү мөмкинлектәре бирә.

Каналды ойоштороусылар яңы телевизион каналды индереүгә һәм үҫтереүгә ярҙам иткәндәре өсөн Башҡортостан Президенты Хакимиәтенә, атап әйткәндә, Сергей Николаевич Лаврентьевҡа ҙур рәхмәт белдерә.

темалар: телевидение