2 декабрь, Йома

30 октябрь 2009 йыл, 11:10

Социаль торлаҡ төҙөлөшөн яҡлап сыҡтылар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ҡала Советының XIX ултырышында Өфө биләмәһендә “Рәсәй граждандарына – арзан һәм уңайлы торлаҡ” өҫтөнлөклө милли проектын  тормошҡа ашырыу мәсьәләһе тикшерелде.

— Һуңғы ике-өс йылда Өфөлә төҙөлөш комплексы һиҙелерлек әүҙемләште һәм сафҡа индерелгән торлаҡ күләмдәре үҫә башланы, — тине ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Рәшит Саттаров. – Мәҫәлән, 2008 йылда ҡалала 809 мең квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды, был 2007 йыл кимәленә ҡарата 132 процент тәшкил итте. Быйыл граждандарҙы авария хәлендәге һәм иҫке торлаҡ фондынан күсереү федераль һәм республика программалары сиктәрендә торлаҡ йорттар төҙөлөшөн финанслау буйынса ҙур эш башҡарылды.

Әммә иҡтисади көрсөк проектты тормошҡа ашырыуҙа билдәле бер ҡыйынлыҡтар тыуҙырҙы. Улар төҙөлөш ойошмаларына, шулай уҡ шәхси секторҙарға банк кредиты биреүҙе кәметеү менән бәйләнгән, был төҙөлөш темптарын аҡрынайтыуға йәки хатта туҡтатыуға килтерҙе, шулай уҡ ҡала социаль ипотека программаһын тормошҡа ашырыуҙа ла кире сағылды.

— Килеп тыуған шарттарҙа 2010 йылда федераль, шулай уҡ республика бюджеттарынан торлаҡ төҙөлөшөнә средстволар йәлеп итеүҙе арттырырға кәрәк, — тип иҫәпләй Рәшит Саттаров. – Шулай уҡ өҫтәмә инвестиция сығанаҡтары йәлеп итергә һәм күберәк шәхси торлаҡ йорттар төҙөргә кәрәк.