9 декабрь, Йома

30 октябрь 2009 йыл, 10:29

Раил Сарбаев: күсемһеҙ милек менән эш итеүҙе юлға һалырға кәрәк

автор: Ольга Горюнова | фото: Андрей Старостин

БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев Рәсәйҙең төп теркәүсеһе Сергей Васильев менән осрашыуҙа бөгөн беренсе сиратта хәл итергә кәрәкле проблеманы – күсемһеҙ милек өлкәһендә документтар әйләнеше процедураһын камиллаштырыуҙы айырып күрһәтте.

Башҡортостан Республикаһы менән Федераль теркәү хеҙмәте “Мәғлүмәти хеҙмәттәшлек тураһында килешеү”ҙе ҡул ҡуйыуға әҙерләйәсәк. Буласаҡ килешеү пункттарын  БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм эш сәфәре менән төбәгебеҙгә килгән Федераль теркәү хеҙмәте етәксеһе, баш дәүләт теркәүсеһе Сергей Васильев тикшерҙе.

— Анализдарҙан күренеүенсә, республикала йыл һайын теркәү хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеүсе 1,5 миллион кешенән күбеһенә реестрҙарҙан күсермә талап ителә. Тәбиғи, теркәү палатаһында оҙон сираттар теҙелә. Ә бит бөтә кәрәкле мәғлүмәтте һәм белешмәләрҙе, өйөңдә генә ултырып, Интернет аша алырға мөмкин дәһә. Был Башҡортостандың ғына түгел, Рәсәйҙең башҡа ҙур төбәктәренең дә проблемаһы, — тине Сергей Васильев.

Әммә был проблеманы хәл итергә мөмкин,  тип инана республика Премьер-министры Раил Сарбаев. Төбәк именлегенең төп критерийы – ул халыҡ тормошоноң уңайлылыҡ кимәле бит. Һәм был критерийға теркәү палаталары эргәһендәге сираттар һис кенә ла килешмәй.

Күсемһеҙ милек менән алыш-бирештә электрон документтар әйләнеше күп процестарҙы ябайлаштырасаҡ. Етмәһә, был мәсьәләлә Башҡортостан ярайһы уҡ тәжрибә туплаған. Үҙ пенсия иҫәбең тураһында мәғлүмәттәр алыу, дауаханаға ҡабул итеүгә яҙылыу, социаль льготалар алыу кеүек мөмкинлектәр биреүсе “электрон” асҡыс булып республикала “БР социаль картаһы” тора. Раил Сарбаев билдәләүенсә, “теркәү мәсьәләһе” картаның һигеҙенсе ҡушымтаһы була ала.

Был ҡушымта ярҙамында кеше бөтә кәрәкле мәғлүмәтте, теркәү палатаһына мөрәжәғәт итмәйенсә, интернет йәки информат аша ала аласаҡ. Был юл, беренсенән, ваҡытты экономияларға, икенсенән, реестрҙарҙан күсермә һәм башҡа мәғлүмәттәр алыуҙы тиҙләтергә мөмкинлек бирәсәк, өсөнсөнән, теркәү палатаһы бүлексәләрендә коррупцияны кәметәсәк, унда, Сергей Васильев билдәләүенсә, был кире күренеш йыш күҙәтелә. Айырым чиновниктар документтарҙы сиратһыҙ үткәреү, документтар әҙерләү процесын тиҙләтеү өсөн аҡса ала.

Әйтергә кәрәк, Сергей Васильев Башҡортостандың бындай реестрҙар булдырыуҙағы тәжрибәһен юғары баһаланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, үҙ ваҡытында БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығы БР күсемһеҙ милек объекттары реестры булдырғайны, һәм был эшкәртмәләр, Сергей Васильев билдәләүенсә, Рәсәй реестрҙары төҙөгәндә файҙаланыласаҡ.