4 декабрь, Йәкшәмбе

30 октябрь 2009 йыл, 9:40

Өфөнөң яңы урамдарына исемдәр бирелә

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң дүрт яңы урамына исемдәр бирелде. Исем биреү тураһындағы ҡарарҙы ҡала Советы депутаттары ҡабул итте.

Ленин районының Сафронов биҫтәһендә төҙөлгән өс урамға Динис Бүләков, Мәрйен урамы һәм Ҡаршы тыҡрығы тигән исемдәр бирергә ҡарар ителде, ә бына баш ҡаланың Октябрь районы Нагаев ауылындағы яңы бульварҙы Хәсәнов бульвары тип атаясаҡтар.

— Шулай итеп, эске хеҙмәт генерал-лейтенанты Әнәс Хәсәновтың хәтере мәңгеләштереләсәк, — тине ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин. – Беҙ урамдарға атама биреү өсөн күренекле яҡташтарыбыҙҙың исемдәрен алыуҙы киләсәктә лә дауам итергә кәрәк тип иҫәпләйбеҙ.

Яңы урамдарҙа урынлашҡан биналарҙың күбеһе файҙаланыуға тапшырылған да инде, ә торлаҡсыларға хәҙер уларҙы айырыу билдәләре – урамдарҙың исемдәре һәм йорттарҙың һандары яҙылған таблицалар менән биҙәргә ҡалды.