7 декабрь, Шаршамбы

29 октябрь 2009 йыл, 17:02

Өфөлө “Көнъяҡ Урал археографияһы” конференцияһы үтте

автор: Марина Шумилова

Өфөлө  Башҡортостан Республикаһының  Дәүләт  архивы хеҙмәтенә 90 йыл тулыуына арналған  “Көнъяҡ Урал  археографияһы”  ғилми-ғәмәли конференцияһы үтте.

Конференцияла БР Хөкүмәте ҡарамағындағы Архив эштәре буйынса идаралыҡ начальнигы Әхмәт Хисмәтуллин, Рәсәй тарихсы-архивсылар  йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе идараһы рәйесе, профессор Айһылыу Юнысова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт  архивы хеҙмәте ветерандары, республиканың юғары уҡыу йорттары һәм бер нисә Рәсәй төбәктәре  ғалимдары сығыш яһаны.

Ғилми форумда ҡатнашыусылар  БР-ҙың Дәүләт  архивы хеҙмәте тарихы, республикала архив эшенең бөгөнгө хәле, архив эшенең артабанғы үҫешендә төбәктәрҙәге тарих-архив һәм археографик ғилми йәмғиәттәр һәм комиссияларҙың роле кеүек көнүҙәк мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Көнъяҡ-Урал архивсылары һәм тарихсылары  үҙ-ара хеҙмәттәшлекте әүҙемләштереү, ижади бәйләнештәрҙе нығытыу, архив эше, документтар әйләнеше һәм археография  өлкәһендә тәжрибә менән уртаҡлашыу  һорауҙарына ла туҡталды.

темалар: Архивтар