10 декабрь, Шәмбе

29 октябрь 2009 йыл, 16:28

2010 йылдан абитуриенттар биш вузға документтар тапшыра ала

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы ҡағиҙәләрен раҫланы. Әлеге ваҡытта ярашлы приказ Юстиция министрлығына теркәүгә тапшырылған. Был турала РФ Мәғариф һәм фән министрлығы сайты хәбәр итә.

Етди үҙгәрештәр араһында вузға ҡабул итеү этаптарын өстән икегә тиклем кәметеү, вуздарҙың профилле генә түгел, профилһеҙ предметтар буйынса ла минималь балдар сиген билдәләү мөмкинлеге, маҡсатлы ҡабул итеү буйынса уҡырға инеүселәр һанын 30 проценттан 20 процентҡа тиклем кәметеү, шулай уҡ тапшырылған ғаризалар һанын (биш вузға тиклем) сикләү билдәләнә.

Дөйөм алғанда, Рәсәй Мәғариф һәм фән министрлығының Мәғарифта дәүләт сәйәсәте департаменты директоры Игорь Реморенко баһалауынса, 2010 йылда уҡыусыларҙың йомғаҡлау аттестацияһын үткәреү һәм юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү күпкә йыйнағыраҡ һәм ығы-зығыһыҙ үтәсәк.

— Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреү ҡағиҙәләре быйыл февралдә үк раҫланғайны, — тине Реморенко. – Юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеүҙең яңы тәртибе лә хәҙер даими ҡаласаҡ. Шулай итеп, имтихандарҙы үткәреү тәртибе, дөйөм алғанда, билдәләнде.

Хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, Башҡортостанда быйыл Берҙәм дәүләт имтиханында бөтәһе 29990 кеше ҡатнашты. БДИ һөҙөмтәләре буйынса юғары уҡыу йорттарына бюджет урындарына 9554 кеше инде.

темалар: Мәғариф