9 декабрь, Йома

29 октябрь 2009 йыл, 15:26

Юлай Ғәйнетдинов: “Ҡурайсы – ул йәшәү рәүеше”

автор: Әлфиә Әһлиуллина

29 октябрҙә Өфө сәнғәт училищеһының концерт залында  Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар конкурсы башланды. Икенсе тапҡыр ойошторолған конкурс ҡала кимәлендә үткәрелһә лә, унда республика  райондары  вәкилдәре лә көс һынамаҡсы. Ҡурайсылар бәйгеһендә барлығы 90 музыкант ҡатнаша.

– Конкурста ҡалала тыуып үҫкән егеттәрҙе күреү минең өсөн оло ҡыуаныс,- ти жюри рәйесе, РФ һәм БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Юлай Ғәйнетдинов.– Уларҙың береһе  Әҙеһәм Исҡужиндың уҡыусыһы, билдәле ҡурайсыбыҙ Роберт Юлдашев. Әҙеһәм Исҡужин үҙенең эшмәкәрлеген, ижадын башҡорттарҙың милли музыка ҡоралын – ҡурайҙы популярләштереүгә арнаған педагог-ҡурайсы ул. Тап уның тырышлығы менән республиканың байтаҡ музыка мәктәптәрендә ҡурайсылар өсөн бүлектәр асылды.

Конкурсанттарҙың сығыш яһау программалары ябай түгел. Һәр бәйгесе кәм тигәндә 4 әҫәр әҙерләй. Ун алты йәшкә тиклемге ҡурайсылар “оҙон көй”, бейеү көйө һәм марш уйнарға тейеш,ә унан олораҡ бәйгеселәр ҡурайҙа уйнауҙан тыш, йырларға ла тейеш.

Ижади бәйгелә еңеүселәрҙең исемдәре 30 октябрҙә Ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк гала-концертта билдәле буласаҡ.

темалар: Конкурстар