11 декабрь, Йәкшәмбе

29 октябрь 2009 йыл, 15:01

Яҙғы юл өҙөклөгөнә әле үк әҙерләнә башланылар

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфө ҡала властары яҙғы юл өҙөклөгө ваҡытында юлдарҙың боҙолоуын иҫкәртеү тураһында алдан уҡ хәстәрлек күрә. Мәҫәлән, бөгөн Өфө ҡалаһы ҡала округы Советының XIX ултырышында 2010 йылдың 25 мартынан 26 апреленә тиклем осорҙа ҡала территорияһында ҙур йөклө автомобилдәр хәрәкәтен сикләү тураһында ҡарар ҡабул ителде.

— Был сара беҙҙең өсөн традиционға әйләнде, — тине ҡала Советы рәйесе Ирек Ниғмәтуллин, — башлыса, шуның һөҙөмтәһендә яҙ көнө ҡалабыҙ юлдарын ҡәнәғәтләнерлек торошта һаҡлауға өлгәшәбеҙ.

Ҡабул ителгән ҡарарға ярашлы, Өфө буйлап 11 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы автомобилдәрҙең, шулай уҡ төрлө маркалы тракторҙарҙың хәрәкәте сикләнәсәк.

Сиктән тыш кәрәк булған осраҡта ҡала урамдарына 11 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы автомобилдәргә инеү айырым түләүле пропускылар буйынса рөхсәт ителәсәк, уларҙан ингән аҡса ҡала бюджетына күсереләсәк. Пропускыларҙың хаҡы машинаның массаһына һәм уның ҡалала булыу ваҡытына бәйле билдәләнәсәк. Пропускылар һатыуҙан бюджетҡа керем күләме 25,8 миллион һум тирәһе тәшкил итәсәк, тип күҙаллана. 27 тоннанан ашыу ауырлыҡтағы автомобилдәр урамдарға хатта пропускылар буйынса ла индерелмәйәсәк.

Сикләү һөт, он ташыусы машиналарға, ауыл хужалығы етештереүселәре автомобилдәренә, почта фургондарына, шулай уҡ Өфө муниципаль һәм торлаҡ-эксплуатация ойошмалары транспортына ҡағылмаясаҡ.