11 декабрь, Йәкшәмбе

29 октябрь 2009 йыл, 14:50

Башҡортостанда “Әсәлек даны” миҙалы менән тағы ла 60 әсә бүләкләнде

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

“Әсәлек даны” миҙалы менән тағы ла  60  күп балалы әсә бүләкләнде. Юғары дәүләт наградаларын  уларға  БР Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов  тапшырҙы. Республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән килгән күп балалы әсәләр араһында берәүһе генә булманы. Мортаза Ғөбәйҙулла улы әйтеүенсә, бының  сәбәбе ҙур ихтирамға лайыҡ  – Баҡалы районынан Людмила Пигина ғаиләһендә түҙемһеҙлек менән  ошо көндәрҙә тыуасаҡ алтынсы баланы көтәләр.

Республика йортонда күп балалы әсәләр һикһәненсе тапҡыр йыйыла. Уларҙы ҡотлап,  1998 йылда күп балалы әсәләрҙе ҡотлау традицияһын тергеҙеп, республика властары  ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың — әсәләрҙең  абруйын күтәрергә теләне, тине төбәк башлығы. Бөгөн 4000-дән ашыу әсә был миҙал менән бүләкләнгән.

– Республикала  һуңғы  дүрт ай  эсендә тыуым кимәле артты,  –  тине Мортаза Ғөбәйҙулла улы. –  Ләкин Бөрйән районында  башҡа райондарға ҡарағанда  ике тапҡырға күберәк бала табалар. Тыуым буйынса беҙ Чечня һәм Ингуш республикаларынан ғына ҡалышабыҙ.  

Әлбиттә, республика властарының күп балалы әсәләргә ҡарата иғтибары миҙал тапшырыу менән генә сикләнмәй. Федераль түләүҙәрҙән тыш, республикала күп балалы ғаиләләргә социаль пособиелар түләнә, төрлө льготалар ҡаралған.

Залда ултырған әсәләргә мөрәжәғәт итеп, Президент бала табырға ҡурҡмаҫҡа саҡырҙы:

– Бала  тапҡан һайын, һеҙ йәшәрәһегеҙ, шикелле. Бөтәгеҙ ҙә шундай матур, һеҙгә ҡарап, күп балалы әсә,тип кем әйтһен. Ләкин бында ирҙәрегеҙҙең дә өлөшө булыуын онотмағыҙ.

БР Президенты  ҡулынан наградаларҙы алғанда һәр әсә республика башлығына  улар хаҡында  хәстәрлек күреүҙәре өсөн оло рәхмәттәрен еткерҙе.

темалар: Наградалар