Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Электр транспортында яңы тарифтар билдәләнә

Сәйәсәт

Быйыл 1 декабрҙән Өфөлә электр транспорты менән файҙаланыуға яңы тарифтар индереләсәк. Ҡала Советы депутаттары бөгөн ошондай ҡарар ҡабул итте.

Яңы тарифтарға ярашлы, трамвайҙа йәки троллейбуста йөрөү хаҡы хәҙер туғыҙ һум торасаҡ, пластик карта буйынса йөрөү – һигеҙ һум, ә багаж хаҡы – алты һум.

— Тарифтарҙы үҙгәртеү буйынса сара электр транспорты эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн күрелә, — тине ҡала хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Ирек Ялалов. – Бөгөн Өфөлә электр транспортында йөрөү хаҡы Волга буйы федераль округындағы башҡа ҙур ҡалалар менән сағыштырғанда иң түбән хаҡтарҙың береһе булып ҡала. Сағыштырыу өсөн, Ырымбурҙа, Пензала, Ульяновскиҙа — һигеҙ һум, Түбәнге Новгородта, Чебоксарҙа – туғыҙ һум, Ҡазанда – ун, Һамарҙа һәм Пермдә – 12. Ә ҡайһы бер ҡалаларҙа тиҙҙән тарифтарҙы 15 һумға тиклем күтәрергә планлаштыралар.

Электр транспортында йөрөү хаҡы күтәрелеүгә ҡарамаҫтан, граждандарҙың льготалы категорияһы өсөн ҡала хакимиәте тарафынан махсус хаҡтар ҡаралған. Мәҫәлән, 1 ғинуарҙан пенсионерҙар, федераль һәм төбәк льготасылары өсөн социаль пластик карта буйынса йөрөү хаҡы өс һум тәшкил итәсәк, ә студенттар өсөн – биш һум. Уҡыусылар өсөн 2010 йылдың 1 сентябренән электр транспортында йөрөү хаҡы ике һум күләмендә билдәләнәсәк. Мәктәпкәсә тиклемге йәштәге балалар һәм махсус льготаға эйә булған кешеләр өсөн элеккесә бушлай йөрөү һаҡланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть