Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89 ↑

EUR 69.42 ↓

16 декабрь, Шәмбе

Уфа   °

Гөлсөм Әйетҡолова - Валентин Юдашкиндың Мода йорто моделе

Йәмғиәт

“Һылыуҡай” ижади студияһында тәрбиәләнеүсе 21 йәшлек Гөлсөм Әйетҡолова хәҙер Валентин Юдашкиндың Мода йорто вәкилдәренең береһе. Илдең иң “модалы” Йортоноң ун иң яҡшы моделе иҫәбендә башҡорт һылыуҡайы Мәскәүҙә, баш ҡала Ҡунаҡханаһында, үткәрелгән Юғары мода аҙналығын асыуҙа тәүге тапҡыр ҡатнашты.

Ҡыҙҙың карьераһында уның быйыл апрелдә Мәскәү подиумына сығыуы хәл иткес роль уйнаны. Ул саҡта “Һылыуҡай” студияһының башҡа моделдәре менән бергә Гөлсөм Х Халыҡ-ара юғары модалы милли кейем конкурсында Өфө дизайнеры Александр Кирдякиндың коллекцияһын күрһәтте. Ошо конкурста ҡатнашҡандан һуң Гөлсөм баш ҡаланың иң абруйлы агентлыҡтарынан, шул иҫәптән Валентин Юдашкиндан да, бер нисә саҡырыу алды.

— Юдашкин Гөлсөмдө шунда уҡ билдәләне һәм, портфолиоһын да ҡарап тормайынса, уны юғары мода форумын асыусы ун модель иҫәбенә индерҙе, — ти “Һылыуҡай” студияһы етәксеһе Линара Таһирова.

Сибай ҡалаһында тыуып үҫкән Гөлсөм Әйетҡолова 2008 йылдан “Һылыуҡай” ижади студияһы моделе. Был ваҡыт эсендә һылыуҡай “Ҡояш ҡыҙы” II төбәк-ара матурлыҡ конкурсы Гран-прийын яуланы, “Һылыуҡай” республика башҡорт һылыуҙары конкурсының беренсе премияһын алды, “Мисс Азия” халыҡ-ара матурлыҡ конкурсында ҡатнашты. Быйыл ҡыҙ Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыуын тамамлай.

Теги: мода
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть