5 декабрь, Дүшәмбе

29 октябрь 2009 йыл, 12:35

Өфөлә ипотека кредиты биреү аяҡҡа баҫтырыла

автор: Ольга Горюнова

Өфөлә ипотека кредиты биреү аяҡҡа баҫтырыла башланы. Мәҫәлән, 2009 йылдың октябренән Инвесткапиталбанк физик шәхестәргә ипотека буйынса кредит биреүҙе тергеҙҙе.

“Беҙ кешеләр өсөн үҙ торлағыңды булдырыу ни тиклем мөһим икәнлеген аңлайбыҙ, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр кем был тиклем ҡиммәт хаҡты түләй алмай. Тап шуға күрә Инвесткапиталбанк ипотека кредиты биреүҙе тергеҙҙе”, — ти  идара рәйесе урынбаҫары Айрат Әхмәтов.

Ипотека кредиты Өфөнөң икенсел торлаҡ баҙарындағы күп фатирлы йорттарҙан фатир һатып алыуға бирелә. Процент ставкаһы кредиттың срогына һәм күләменә бәйле. Инвесткапиталбанк Башҡортостан Республикаһының банк хеҙмәтләндереүҙәре баҙарында 1993 йылдан алып эшләй һәм Рәсәйҙең иң яҡшы банкылары иҫәбенә инә.