6 декабрь, Шишәмбе

29 октябрь 2009 йыл, 12:04

Иң яҡшы энергетиктар конкурста билдәләнә

автор: Марият Артюхова

Башҡортостан энергетиктары “Энергетик хәүефһеҙлек буйынса иң яҡшы белгес-2009”  II Республика конкурсына әҙерләнә. Ул Энергетиктар көнөнә ҡарата 12 ноябрҙә үткәреләсәк. Конкурсты ойоштороусылар – “Тармаҡ-ара институт” дәүләттеке булмаған белем биреү учреждениеһы һәм Рәсәй техник күҙәтеүенең Урал буйы идаралығы.

Конкурс ике этапта үткәрелә. Беренсеһе компьютерҙа тест үткәреү формаһында үтәсәк. Конкурс комиссияһы “Электр ҡоролмалары һәм электр селтәрҙәре”, “Йылылыҡ энергия ҡоролмалары һәм йылылыҡ селтәрҙәре” йүнәлештәре буйынса энергетик хәүефһеҙлек өлкәһендәге норматив-хоҡуҡи акттарҙы һәм норматив-техник документтарҙы белеүен тикшереү өсөн берҙәй ҡатмарлылыҡтағы теоретик һорауҙар блоктарын әҙерләй. Икенсе этапта һәр “өсәр” конкурсантҡа ҙур экранда “Электр ҡоролмалары һәм электр селтәрҙәре”, “Йылылыҡ энергия ҡоролмалары һәм йылылыҡ селтәрҙәре” номинациялары буйынса предприятиеларҙа энергетик хәүефһеҙлекте ойоштороу буйынса һорауҙар күрһәтеләсәк. Һәр конкурсанттың үҙ сигнал төймәһе, ҡайһы алданыраҡ баҫа, шул һорауға беренсе булып яуап биреү хоҡуғы ала. Дөрөҫ яуап биргән осраҡта конкурс комиссияһы конкурсантҡа балл ҡуя, ә дөрөҫ булмаһа, ҡалған икәүгә яуап биреү мөмкинлеге бирә.

темалар: конкурстар