9 декабрь, Йома

29 октябрь 2009 йыл, 11:20

Рәсәйҙә иң яҡшыларҙы эҙләйҙәр!

автор: Любовь Колоколова

4 декабрҙә Мәскәүҙә, “Президент-отель” Ҡунаҡхана комплексында, “Рәсәй иҡтисады лидерҙары” Милли премияһы менән наградлау тантанаһы үткәреләсәк.

Наградлау һигеҙ номинация буйынса үтәсәк: “Рәсәйҙең иң яҡшы компанияһы”, “Рәсәйҙең иң яҡшы эш биреүсеһе”, “Бик яҡшы эшлеклелек репутацияһы өсөн”, “Рәсәйҙең иң яҡшы тауары”, “Тармаҡ лидеры”, “Иң яҡшы һалым түләүсе”, “Рәсәй иҡтисады лидеры”, “Рәсәйҙең иң яҡшы етәксеһе”.

Конкурста еңеү, награданан тыш, конкуренттар менән сағыштырғанда бәхәсһеҙ өҫтөнлөктәр бирә: рекламаның һөҙөмтәлелеген, ҡулланыусыларҙың ышанысын һәм лояллеген арттыра. Еңеүсе компаниялар инвесторҙарҙы, шул иҫәптән сит илдәрҙән дә, нығыраҡ ылыҡтырасаҡ.

Конкурс һайлап алыуында ҡатнашыуға заявкалар 20 ноябргә тиклем премияның рәсми сайтында ҡабул ителә: www.eleaders.ru. Ҡатнашыу тураһында ентеклерәк мәғлүмәттәрҙе ойоштороу комитетының (495) 223-94-31 телефоны буйынса белергә мөмкин.