5 декабрь, Дүшәмбе

29 октябрь 2009 йыл, 10:54

Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы начальнигы – Илгиз Садиҡов

автор: Лиә Нәғимова

Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы начальнигы вазифаһына 43 йәшлек Илгиз Садиҡов тәғәйенләнде. Яңы вазифаһын милиция полковнигы 23 октябрҙә үтәй башланы, быға тиклем өс йыл буйына ул Учалы районы һәм ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһын биләгән.

2002 йылдан 2009 йылдың майына тиклем Өфө милицияһы начальнигы Урал Аҡкучуков булды. Һуңынан быйыл 23 октябргә тиклем ҡаланың Эске эштәр бүлеге башлығы вазифаһын Андрей Авдеев башҡарҙы.

Илгиз Камил улы Садиҡов 1966 йылдың 9 октябрендә Учалыла тыуған. 1990 йылда — Һарытау юғары хәрби химик һаҡлау инженер училищеһын, 2006 йылда Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы юридик факультетын тамамлаған.

1990-1999 йылдарҙа РФ Ҡораллы Көстәрендә хеҙмәт үтә. 1999 йылдың мартында ЮХХДИ бүлеге начальнигы урынбаҫары – Учалы районы һәм ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлегенең теркәү-имтихан төркөмө етәксеһе итеп тәғәйенләнә. 2001 йылдың октябрендә район бүлегенең тыл тәьминәте буйынса бүлеге начальнигы урынбаҫары була. 2003 йылдың апрелендә – ошо уҡ Эске эштәр бүлегенең ЮХХДИ бүлексәһе начальнигы. 2006 йылдың июнендә Учалы районы һәм ҡалаһы буйынса Эске эштәр бүлеге начальнигы вазифаһына тәғәйенләнә.