Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Үҙәк дәүләт архивы Шәһәрғәзи сәсән ҡулъяҙмалары менән тулыланды

Йәмғиәт

Башҡортостан  Республикаһы  йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивында башҡорт халҡының билдәле сәсәне Шәһәрғәзи Ғәбдиевтың шәхси документтар фондын булдырыуға арналған тантаналы сара булып үтте. Сәсәндең ҡулъяҙмаларын архивҡа Рәсәй Федерацияһының халыҡ мәғарифы отличнигы, журналист һәм яҙыусы  Азамат Әғзәм улы Тажетдинов тапшырҙы. Шулай итеп, архив фонды тыуған яҡтың тарихы, ауыҙ-тел ижады, этнографияһы, этимологияһы, топонимикаһы темалары буйынса йыйылған материалдар, сәсәндең билдәле башҡорт яҙыусылары, ғалимдары  менән үҙ-ара яҙышҡан хаттары менән тулыланды.

Башҡорт халҡының билдәле сәсәне Шәһәрғәзи  Ғәбдиев Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылында  1898 йылда тыуған. Рус-герман, граждандар, совет-фин, Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан.  Репрессияға эләккәндән һуң, ете  йыл буйы Беломор–Балтика каналын төҙөй. Уҡытыусы була. 1979 йылда вафат була.

Сәсәндең шәхси архивы тантаналы рәүештә Башҡортостан  Республикаһы  йәмәғәт берекмәләренең үҙәк дәүләт архивы директоры  Юлай Юлдашбаевҡа тапшырылды. Уның  һүҙҙәре буйынса, документтарҙы дәүләт һаҡлауына  тапшырыу  үтә мөһим ваҡиға.  Сөнки быға тиклем билдәһеҙ  тарихи факттар менән архив фондын тулыландырыу республиканың тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн оло бүләк.  Ул шулай уҡ   Азамат Тажетдиновтың  миҫалына  башҡалар ҙа  эйәрер, тигән өмөт белдерҙе.

Теги: Архивтар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть