Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Рәссам Хәбибрахмановтар күргәҙмәһе асылды

Йәмғиәт

Өфө художество галереяһында өс рәссамдың ғәҙәттән тыш төркөм күргәҙмәһе асылды. Уның авторҙары – БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, БР Рәссамдар союзы ағзаһы, билдәле скульптор Хәниф Хәбибрахманов, декоратив биҙәү-ҡулланма сәнғәте оҫтаһы, рәссам Людмила Хәбибрахманова һәм Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театраль-декорация һынлы сәнғәте факультетын тамамлаусы, БР Рәссамдар союзының Йәш рәссамдар һәм сәнғәт белгестәре берләшмәһе ағзаһы Дина Хәбибрахманова.

Өс залда Хәниф Мирзаһит улының төрлө скульптура эштәре, Людмила Ивановнаның гобелендары һәм батигы, уларҙың ҡыҙҙары, йәш перспективалы рәссам Динаның графикаһы, спектаклдәргә макеттары урын алған. Бынан тыш, был күргәҙмә һөнәрҙә ғаилә күсәгилешлелегенең сағыу миҫалы булып тора, унда ҡуйылған эштәрҙе күреп, ысынлап та һәләттең нәҫелдән килеүенә инанаһың. Дина Хәбибрахманова бәләкәй сағынан уҡ ижад менән мауыға.

Башта был күргәҙмә Хәниф Хәбибрахмановтың 60 йәшенә арналған персональ күргәҙмә булырға тейеш ине. Ләкин оҫта үҙ эштәрен татыу ижади ғаиләһе ағзалары менән бергә ҡуйырға теләне.Таланты бөтә республикаға танылған һәм “БР-ҙың атҡаҙанған рәссамы” исеме менән билдәләнгән скульптор өфөләргә үҙенең эштәре – БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай эргәһендәге Салауат Юлаев һәйкәле, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры эргәһендәге скверҙа Заһир Исмәғилев һәйкәле һәм 2-се янғын часы эргәһендә үҙ һөнәри бурысын үтәгәндә һәләк булған янғын һүндереүселәргә арналған мемориаль комплексы буйынса таныш.

— Беҙҙең татыу Рәссамдар союзы коллективында ата-әсәләр һәм балалары ижад кешеләре, профессиональ рәссамдар булып торған ғаиләләр булыуы бик яҡшы, — ти БР Рәссамдар союзы рәйесе Хатип Фазылов. – Скульптура – һынлы сәнғәттең бик ауыр һәм ҡатмарлы айырым бер төрө, ә скульптор – бик көслө һәм ғәййәр кеше, ул йөрәк һәм күңел ҡушыуы буйынса ғына үҙ ижади уйын шулай нескә тоя һәм уны ҡаты материалға күсерә ала. Хәниф Хәбибрахманов – тап шундай кеше лә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть