10 декабрь, Шәмбе

29 октябрь 2009 йыл, 9:20

“Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы Өфө тамашасыларын нәфис композициялары менән ҡыуандырҙы

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң  Нефтселәр мәҙәниәт һарайында асылған “Ҡунаҡсыллыҡ  индустрияһы – 2009” махсуслаштырылған  күргәҙмәһендә “Өфө моторҙар төҙөү берекмәһе” асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең  “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы экспозицияһы үҙәк  урынды биләй. Ҡатмарлы технология буйынса әҙерләнгән, нәзәҡәтле биҙәлешле композициялар арт-класс кулинар изделиелары иҫәбенә керә. Уларҙың барыһы ла Башҡортостандың кулинарҙар ассоциацияһы президенты, предприятиеның  директоры   Милс Ҡадыровтың уҡыусыларының автор эштәре.

“Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы кулинарҙары һәм кондитерҙары тыуҙырған әҫәрҙәр (  ә уларҙы икенсе төрлө  атарға тел әйләнмәй!) күҙҙең яуын алып тора.

“Камиллыҡҡа” тип исемләнгән композиция түңәрәк өҫтәлдә йәйелгән күлде хәтерләтә: тап-таҙа һыу эсендә  шаян  балыҡтар йөҙә, яр буйынан   алтынға  мансылған  мөһәбәт торна үҙенең батшалығын күҙәтә… Бына ошондай әкиәттәй матур уратылышта  балыҡтарҙың бер нисә сортынан әҙерләнгән ашамлыҡтар бирелгән. Уларға башҡа иҫ китмәле биҙәлешле  ашамлыҡтар ҡушыла. Мәҫәлән, “ҡаймаҡ-шарап соусындағы бүҙәнә бото”. Уларҙың барыһын да предприятиеның производство бүлеге инженер-технологы Людмила Куклина әҙерләгән.

Йәш оҫталар Наталья Еникеева һәм  Ольга Илларионова үҙҙәренең композицияһын “Сихри бейеү” тип атаған. Шоколадтан эшләнгән музыка ҡоралы, тылсымлы сәскәләр, күбәләк кеүек осоп китерҙәй бейеүсе фигуралары бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр, моғайын.

Кулинария буйынса мәртәбәле  конкурстар һәм чемпионаттар  лауреаты Ольга Сытина һүҙҙәре буйынса, “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы хеҙмәткәрҙәренең оҫталығы, ижади фантазиялары күргәҙмәнән күргәҙмәгә арта килә. Яңы исемдәр асыла, яңы технологиялар үҙләштерелә. “Дөйөм туҡланыу” предприятиеһы һәр ваҡыт кулинария модаһының  авангардында барасаҡ.

темалар: Күргәҙмәләр