11 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2009 йыл, 17:08

“Евро-Өфө-Азия” мода форумында еңеүселәр генә буласаҡ

автор: Рәфил Сәхәбутдинов

Бөгөн Өфө ҡалаһы хакимиәтендә  4-7 ноябрҙә үтәсәк  “Евро -Өфө-Азия” мода форумына арналған матбуғат конференцияһы булып уҙҙы. “Модалы булырға ваҡыт” девизы менән үтәсәк форум тураһында журналистарҙың һорауҙарына Өфө ҡалаһы хакимиәтенең хеҙмәтләндереүҙәрҙе координациялау һәм көйләү бүлеге начальнигы Ольга Завьялова,  мәғлүмәт һәм аналитика бүлеге начальнигы Марат Ғәзизов яуап бирҙе.

– Быйыл беҙ республика ательелары һәм модельерҙары араһында ярыш үткәреүҙән баш тартып, ун йыл буйына  “Евро-Өфө-Азия” мода форумына тоғро ҡалған барлыҡ ҡатнашыусыларға ла ҙур байрам бүләк итмәксебеҙ. – тине Ольга Завьялова. – Форумда йыл һайын тиерлек ҡатнашырға мөмкинселек тапҡан 50 кешене саҡырҙыҡ һәм быйыл  республиканың башҡа ҡалалары һәм райондарынан саҡырылыусылар бар. Финанс көрсөгөнә ҡарамай, саҡырылғандарҙың барыһы ла мода фестивалендә ҡатнашырға теләк белдерҙе. Юбилей форумында беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындар бер кемгә лә бирелмәйәсәк, сөнки уларҙың барыһы ла –  еңеүселәр. Әммә был  иҫтәлекле бүләктәр, приздар булмай тигәнде аңлатмай. Традицион кубоктар урынына ҡатнашыусылар   “Евро -Өфө-Азия” логотиплы ҡул сәғәттәре аласаҡ.

“Евро -Өфө-Азия” мода форумы ун йыл эсендә бөгөн исемдәре бөтә илгә билдәле булған байтаҡ талантлы дизайнерҙар асты. Мәҫәлән, Анастасия  Погодина форумда йыл һайын ҡатнаша һәм үҙенең коллекцияһын Мәскәүҙә мода аҙналығында йыш күрһәтә. Икенсе йыл мосолман ҡатын-ҡыҙҙары өсөн модалы кейемдәре менән  Гөлназ Хамматова сығыш яһай.

темалар: форумдар, мода