11 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2009 йыл, 16:35

Өфөлә 64 ауыл хужалығы йәрминкәһе үткән

автор: Евгений Рәхимҡолов

Ағымдағы йылдың туғыҙ айында  республикабыҙҙың баш ҡалаһында 64 ауыл хужалығы йәрминкәһе үткәрелгән. Был хаҡта   Өфө мэрияһы кәңәшмәһендә ҡала хакимиәтенең иҡтисад идаралығы начальнигы Ольга Краснова хәбәр итте.

Ошо уҡ осорҙа  ҡалала урамда һатыу итеү өсөн 600 урын булдырылған, 34  япма төҙөлгән һәм  мискәнән һөт менән һатыу итеү өсөн 60 урын асылған.