4 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2009 йыл, 16:33

Әҙеһәм Исҡужин исемендәге ҡурайсылар бәйгеһе үткәрелә

автор: Әлфиә Әһлиуллина

29-30 октябрҙә икенсе тапҡырына Әҙеһәм Исҡужин исемендәге Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы уҙғарыла. Унда ҡурайҙа уйнау оҫталығына эйә булған 90 музыкант ҡатнашасаҡ. Уларҙың күптәре – республика ҡала һәм райондары вәкилдәре.

Конкурсанттарҙы тыңлап ҡарау Өфө сәнғәт училищеһының Концерт залында йәш категориялары буйынса – 16 йәшкә тиклем һәм 16 йәштән өлкәнерәк – ике турҙа үткәрелә. 30 октябрҙә үткәреләсәк конкурс призерҙары һәм еңеүселәренең гала-концерты өсөн Ҡала мәҙәниәт һарайы һайланған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Әҙеһәм Исҡужин исемендәге беренсе Асыҡ ҡала ҡурайсылар конкурсы былтыр яҙ үткәрелгәйне һәм билдәле ҡурайсының тыуыуына 80 йыл тулыуға арналғайны. Ул саҡта бөтә республиканан 80-гә яҡын һәүәҫкәр һәм профессиональ музыкант ҡатнашҡайны. Ә конкурстың Гран-прийын Ғафури районынан йәш ҡурайсы Рәмил Ҡотдосов яулағайны.

Сара башҡорт халҡының рухи һәм мәҙәни мираҫын һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, күренекле ҡурайсы-педагог Әҙеһәм Динислам улы Исҡужиндың иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында үткәрелә. Уны ойоштороусылар – Өфө хакимиәтенең мәҙәниәт һәм сәнғәт буйында идаралығы һәм Башҡортостан Ҡурайсылар берлеге.

темалар: конкурстар