10 декабрь, Шәмбе

28 октябрь 2009 йыл, 15:57

Өфө күҙ ауырыуҙары институты Президент ҡушыуын үтәне

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәте

Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов исеменә БР Фәндәр академияһының Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры Мөхәррәм Бикбовтан хат килде. Хатта Башҡортостан офтальмология хеҙмәтен үҫтереүҙә ярҙам иткәне өсөн рәхмәт белдерелә.

«Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улы!

Һеҙгә Башҡортостан Республикаһында офтальмология хеҙмәтен үҫтереүгә йүнәлтелгән бөтә башланғыстарыбыҙҙа һәр яҡлап ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерергә рөхсәт итегеҙ. Шулай уҡ Һеҙҙең республиканың бөтә халҡы өсөн институтта офтальмология ярҙамын бушлай яһарға ҡушыуығыҙ үтәлеүе тураһында ла иғтибарығыҙға еткерәбеҙ.

Киләсәктә лә беҙ бушлай офтальмологик ярҙам күрһәтеү сифатын яҡшыртыу өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ, тип ышандырырға теләйбеҙ. Сөнки кеше һаулығы – мәңге һаҡлана торған ҡиммәт, һәм уны һаҡлау – беренсе дәрәжәләге бурыс һәм республикала үткәрелгән социаль сәйәсәттең иң мөһим йүнәлеше», — тиелә Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты директоры Мөхәррәм Бикбовтың хатында.