Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Муниципаль кимәлдә социаль сәйәсәткә арналған курстар

Сәйәсәт

БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында республика муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәт башлыҡтарының социаль һәм гуманитар мәсьәләләр буйынса урынбаҫарҙары квалификацияһын күтәрә. “Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының социаль сәйәсәте: йөкмәткеһе, өҫтөнлөктәре һәм тормошҡа ашырыу юлдары” – дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙе ҡайтанан профессиональ әҙерләү һәм квалификацияһын күтәреү факультеты тарафынан улар өсөн махсус әҙерләнгән программа шулай атала.

Курстарҙы асыуҙа “Социаль сәйәсәт: Башҡортостан Республикаһында проблемалар, перспективалар” темаһына таныштырыу материалы менән БР Хөкүмәте Аппаратының хеҙмәт, мәшғүллек һәм халыҡты социаль яҡлау бүлеге мөдире урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова сығыш яһаны.

Курстарҙа Башҡортостанда демографик хәл, халыҡты медицина учреждениелары хеҙмәтләндереүҙәре менән тәьмин итеү, иҡтисади именлек факторы булараҡ социаль сәйәсәт проблемаларына ҡағылышлы мәсьәләләр ҡараласаҡ. Курстар тамамланғас, йомғаҡлау аттестацияһы үткәреләсәк.

Теги: кадрҙар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть