Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Республика студенттар хеҙмәт отрядтары слеты үткәрелә

Йәмғиәт

29 һәм 30 октябрҙә Өфөлә Башҡортостандың студенттар хеҙмәт отрядтарының традицион слеты үткәреләсәк.

Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа йәйге осорҙа тап студенттар хеҙмәт отрядтарында эшләү йәштәр араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана. Мәҫәлән, 2008 йылда республикала ете меңдән ашыу кешене солғап алған 190 хеҙмәт отряды эшләне, 2009 йылда студенттар отряды 250 ине инде.

Слет төҙөлөш, педагогик, экологик, ауыл хужалығы һәм башҡа йүнәлештәрҙәге быйылғы студенттар отрядтары яугирҙарын, шулай уҡ хәрәкәт ветерандарын, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы, Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге вәкилдәрен, белем биреү учреждениелары директорҙарын һәм ректорҙарын берләштерә.

Башта унда ҡатнашыусылар “Авангард” Мәҙәниәт йортонда йыйыласаҡ, ә һуңынан сара “Черемушки” балалар сәләмәтләндереү лагерында дауам итәсәк, тип хәбәр иттеләр төп йәштәр ведомствоһында.

Тәүге көн программаһында – “2009 йылғы иң яҡшы студенттар хеҙмәт отряды” конкурсында еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы, шулай уҡ йәйге хеҙмәт семестрына йомғаҡ яһау.

30 октябрҙә студенттар отрядтары командирҙарын һәм активистарын йөкмәткеле уҡытыу программаһы – “Көрсөк шарттарында эш биреүселәр менән һөйләшеү алып барыу”, “Башҡортостан биләмәһендә волонтерлыҡ хәрәкәтен үҫтереү”, “Йәмәғәт берекмәләре төҙөү һәм уларҙың эшмәкәрлеген ойоштороу”, “Эшкә урынлаштырыу процесында йәштәр менән һөҙөмтәле әңгәмә” темаларына лекциялар һәм тренинг уҡыуҙары көтә.

Теги: йәштәр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть