9 декабрь, Йома

28 октябрь 2009 йыл, 14:15

Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгән балалар фестивале бара

автор: Эльмира Сабирова | фото: Андрей Старостин

Бөгөн  баш ҡаланың 28-се махсус (коррекцион) дөйөм белем биреү мәктәбе-интернатында  мөмкинлектәре сикләнгән балалар слеты  башланды. Ул ике  йылға бер тапҡыр  үткәрелә, быйыл  иһә туғыҙынсы тапҡыр үткәреләсәк. Йәштәрҙең башланғыстарын яҡлау һәм үҫтереү йылына арналған  сараның ойоштороусыһы — БР Мәғариф министрлығы. Ярыштарҙа  ҡатнашыу  өсөн республиканың 37 махсус учреждениеһынан  200-гә яҡын бала йыйылған. Ҡатнашыусыларҙы  төрлө  спорт  төрҙәре буйынса  бәйгеләр көтә. Балалар  шиғыр  уҡыу, йыр башҡарыу, бейеү, музыка ҡоралдарында уйнау кеүек ижади конкурстарҙа ла үҙҙәрен һынап ҡарай ала.

—  Беҙҙең ҡарашҡа һеҙҙең бөтәгеҙ ҙә еңеүселәр,— тине  БР Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Владимир Аристархов.

— Сөнки  һеҙ үҙегеҙҙең ныҡышмалы һәм көслө  булыуығыҙ,  тормошҡа оптимистик кәйеф менән ҡарауығыҙ арҡаһында бөгөнгө фестивалдә  ҡатнашаһығыҙ.

Фестивалде тантаналы асыу сиктәрендә Владимир Аристархов “ Рәсәй буяҙары” күргәҙмәһе призерҙары һәм еңеүселәренә дипломдар тапшырҙы.

—  Сараның төп маҡсаты – йәмәғәтселек  иғтибарын мөмкинлектәре сикләнгән балаларҙың проблемаларына  йүнәлтеү, —  тине БР Мәғариф министрлығының баш белгес-эксперты Любовь Еремеева. —  Балаларҙың  бөтә яҡлап ни тиклем һәләтле булыуҙарын барыһына ла күрһәткебеҙ килә беҙҙең. Ижад һәм спорт менән шөғөлләнеү  уларға башҡа кешеләр менән аралашырға ярҙам итә бит.Уның менән махсус мәктәптәрҙә тәрбиәләнеүселәрҙең ата-әсәләрелә килешә.

—  Беҙҙең балалар оло тормошҡа ҙур ҡыйынлыҡтар менән баҫа. —  ти улар. —  Рух ныҡлығына, ҡыйыулыҡҡа, батырлыҡҡа көн һайын  имтихан үтә улар. Шуға күрә беҙҙең өсөн ошо тормошта уларҙың юғалып ҡалмай, үҙ урындарын табыуы бик мөһим.

темалар: Фестивалдәр