10 декабрь, Шәмбе

28 октябрь 2009 йыл, 13:49

«Әсәйем һәм мин – бына беҙҙең ғаиләбеҙ» - сираттағы ҡыҙыу линия темаһы

автор: Эльмира Сабирова

29 октябрҙә БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы һәм Республика ғаиләгә, балаларға, йәштәргә социаль-психологик ярҙам үҙәге «Әсәйем һәм мин – бына беҙҙең ғаиләбеҙ» темаһына”ҡыҙыу линия” үткәрә.

Балаларҙы тәрбиәләү, яңғыҙ әсәләргә социаль ярҙам тураһында һәм башҡа һорауҙарға Үҙәктең педагог-психологтары, БР Хеҙмәт һәм һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы вәкилдәре яуап бирәсәк.

Теләүселәрҙең барыһы ла 15 сәғәттән 17 сәғәткә тиклем у 8(347) 273-09-00 телефоны буйынса шылтырата йәки planeta-7ya@rambler.ru электрон адресына үҙ һорауҙарын ебәрә ала.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ҡала һәм ҡала-ара шылтыратыуҙар бушлай. Һорауҙар рус һәм башҡорт телдәрендә ҡабул ителә.