Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Техинспекторҙар техниканы тикшереүгә әҙерләнә

Иҡтисад

Башҡортостанда уҙғарылған тармаҡ семинар-кәңәшмәләре ауыл хужалығы техникаһын һаҡсыл файҙаланыу һәм ремонтлауҙы ойоштороу, тракторсы-машинистар әҙерләү сифаты мәсьәләләренә арналды. Кисә ошондай уҡытыу  Асҡын, Балтас, Балаҡатай, Бөрө, Благовещен, Борай, Дыуан, Иглин, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама,  Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Тәтешле һәм Яңауыл райондарының Дәүләт техник күҙәтеү инспекциялары начальниктары ҡатнашлығында Мишкә районында үтте.

Дәүләт техник күҙәтеүе инженер-инспекторҙары алдына түбәндәге бурыстар ҡуйылды: ауыл хужалығы техникаһын ҡышҡы оҙайлы һаҡлауға ҡуйыуға әҙерләгәндә дәүләт стандарты талаптарын күҙәтеүҙе, тракторҙар, комбайндар һәм ауыл хужалығы машиналарын сифатлы итеп ремонтлауҙы тәьмин итеү. Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусыларҙы “Машиналар ихатаһы” операцияһының икенсе этабын үткәреү барышы менән дә таныштырҙылар.

150-се профессиональ училищела йыйылыусыларға техниканы нисек дөрөҫ әҙерләргә кәрәклеген күрһәттеләр. Уларҙың иғтибары тракторсы-машинистар әҙерләү сифатына ла йүнәлтелде. Бигерәк тә трактор йөрөтөү буйынса занятиеларҙы ойоштороуға. Семинар-кәңәшмәлә ҡатнашыусыларға уның элементтарын трактородромда күрһәттеләр. Бынан тыш, инспекциялар начальниктары юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен, тракторҙарҙың һәм эске яныу двигателдәренең ҡоролошон өйрәнеү буйынса кластарға, машиналарҙы ҡышҡы осорға ҡуйыу урындарына барҙы.

Шулай уҡ семинарҙа ҡатнашыусылар “Зенит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә лә булды. Предприятиеның ремонт оҫтаханаһында улар техниканы ремонтлау сифатын тикшереү ысулдары һәм алымдары менән танышты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть