4 декабрь, Йәкшәмбе

28 октябрь 2009 йыл, 11:42

Хөкүмәттә сабыйҙар үлеме проблемаһын тикшерҙеләр

автор: Елена Макушина

БР Хөкүмәтендә БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Фидус Ямалетдинов етәкселегендә үткәрелгән кәңәшмәлә сабыйҙар үлеме проблемаһы тикшерелде.

Тотош республика буйынса был күрһәткесте 1000 тере тыуған сабыйға 6,7-гә тиклем кәметеүгә өлгәшеүгә ҡарамаҫтан, ҡайһы бер райондарҙа ул элеккесә республика буйынса уртаса күрһәткестән юғары булып ҡала.

Фидус Ямалетдинов, сабыйҙар үлеме күрһәткесе халыҡтың сәләмәтлеге торошон, медицина ярҙамы күрһәтеү кимәлен билдәләүсе фактор булып тора һәм етәкселәрҙең эше һөҙөмтәлелеген баһалауға йоғонто яһай, тип иҫкәртеп уҙҙы.

— Тейешле саралар күргәндә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин, — тине вице-премьер. – Статистикаға эйә булыу ғына етмәй, ә сабыйҙар үлеменә юл ҡуймау буйынса саралар күреү мөмкинлеге булдырыу өсөн һәр тәғәйен осраҡҡа етди анализ яһарға кәрәк.