9 декабрь, Йома

28 октябрь 2009 йыл, 11:16

Транспорт хеҙмәтләндереүе сифатын һәм именлеген күтәреү юлдары билдәләнде

автор: Николай Ермоленко | фото: Олег Яровиков

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары, федераль ведомстволарҙың территориаль органдары етәкселәре, БР министрлыҡтары вәкилдәре, БР Президенты Хакимиәте, БР Дәүләт Йыйылышы Секретариаты, БР Хөкүмәте Аппараты хеҙмәткәрҙәре, республиканың ҡайһы бер ҡала округтары хакимиәт башлыҡтары, БР Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, ижтимағи берләшмәләр һәм киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре “Башҡортостан Республикаһында халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү өлкәһендәге закондарҙы тормошҡа ашырыу барышы тураһында” темаһына парламент тыңлауҙарында ҡатнашты.

“Һәр дәүләттең үҫеше бөгөн туранан-тура транспорт магистралдәре һәм уларҙың инфраструктураһы торошона бәйләнгән, — тине тыңлауҙарҙы асып Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Республика халҡын транспорт менән хеҙмәтләндереү буйынса закондарҙы ҡулланыу практикаһы дәүләт власы органдарының һәм урындағы үҙидара органдарының ижтимағи тормоштоң мөһим социаль әһәмиәткә эйә булған был үҙенсәлекле өлкәһендәге вәкәләттәрен сикләүҙә етди проблемалар асыҡланы. Бөгөн парламенттың Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитеты инициативаһы менән был ижтимағи мөнәсәбәттәр секторын көйләү өсөн ярайһы уҡ хоҡуҡи база булдырылды”.

Комитет рәйесе Наил Ҡотлогилдин үҙ сығышында хәрәкәт көсөргәнеше артҡандан-арта барыуын билдәләне. Башҡортостан юлдарында ғына милиондан ашыу автомобилдәр, шул иҫәптән 20 меңдән ашыу автобус йөрөй. Бөгөн Рәсәйҙә пассажирҙар ташыу өлкәһендә тәртип юлға һалынған бер генә ҙур ҡаланы ла атап булмай. Бының сәбәбе – федераль закондарҙа пассажирҙар ташыу мәсьәләләрен хоҡуҡи көйләү булмауында.

Бөгөнгө көндә халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү ойошмаһын кадрҙар менән менән тәьмин итеү проблемаһы ла бик актуаль. Урындағы үҙидара органдарында профессиональ транспорт белеменә эйә булған белгестәр юҡ.

Депутат сығышында күтәрелгән мәсьәләләр БР төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министры Рауил Ибәтуллиндың “Башҡортостан Республикаһында халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү өлкәһендәге закондарҙы тормошҡа ашырыу барышы тураһында”ғы сығышында, Транспорт өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса дәүләт автомобиль юлдарын күҙәтеү идаралығы начальнигы Валерий Куликовтың “Транспорт хеҙмәтләндереүе өлкәһендә федераль закондар талаптарының үтәлеше тураһында”ғы отчетында тағы ла тәрәнерәк сағылдырылды.

Пассажирҙар именлеген тәьмин итеү буйынса эске эштәр органдары үткәргән саралар тураһында – БР буйынса Эске эштәр министрлығының Дәүләт юл хәрәкәте именлеге инспекцияһы идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов; халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү өлкәһендә һалым закондарын тормошҡа ашырыу үҙенсәлектәре хаҡында Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Александра Костарева һәм башҡалар һөйләне.

Парламент тыңлауҙары йомғаҡтары буйынса рекомендациялар ҡабул ителде. БР Хөкүмәтенә, Рәсәй Федерацияһының 2030 йылға тиклем осорға транспорт стратегияһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә транспортты һәм транспорт инфраструктаһы объекттарын үҫтереү программаһын эшкәртеү тураһында мәсьәләне ҡарау, “Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә халыҡты пассажир автомобиль транспорты менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тураһында” БР Законына үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын Дәүләт Йыйылышы ҡарауына индереү бурыстары ҡуйылды.

Урындағы үҙидара органдарына муниципаль берәмектәрҙә халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереү ҡағиҙәләре ҡабул итергә һәм халыҡты транспорт  менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу буйынса ҡабул ителгән муниципаль норматив хоҡуҡи акттарҙы закондарға ярашлы яһарға; муниципаль берәмектәр биләмәләрендә транспортты һәм транспорт инфраструктураһы объекттарын үҫтереү программалары ҡабул итергә; халыҡты транспорт менән хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу мәсьәләһе өсөн яуаплы муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең квалификацияһын күтәреү буйынса саралар күрергә тәҡдим ителде.