9 декабрь, Йома

28 октябрь 2009 йыл, 11:06

Ноябрҙә байрам көндәре

автор: Әлим Фәйезов

Башҡортостан Республикаһының Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының  112-се статьяһына ярашлы 4 ноябрҙә билдәләнгән  Халыҡтар берҙәмлеге көнө  байрамса, тип иғлан ителә.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2008 йылдың 19 ноябрендә сыҡҡан 1436-сы һанлы  ҡарары менән  27 ноябрь,  Ҡорбан байрам  көнө,  байрам  көнө ,тип иғлан ителә.

Шишәмбе  3 ноябрь  һәм   кесаҙна  26 ноябрь көндәре эш ваҡыты бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Шулай итеп,  биш  көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан Республикаһында  4,27, 28, 29 ноябрь байрам көндәре  иҫәпләнә.

темалар: Байрамдар