10 декабрь, Шәмбе

28 октябрь 2009 йыл, 9:24

Олег Долгополов – РФ-тың баш суд приставы ярҙамсыһы

автор: Айҙар Хөсәйенов

Нижегородка өлкәһе буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығының элекке етәксеһе, яҡташыбыҙ Олег Долгополов Рәсәй Федерацияһының баш суд приставы Артур Парфенчиковтың ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде. Был турала “НТА-Волга буйы” агентлығы хәбәр итә.

Олег Анатольевич Долгополов  1959 йылдың 8 июнендә Өфөлә тыуған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын “хоҡуҡ белеме” белгеслеге буйынса тамамлаған. Юридик фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә эйә,  1 класлы дәүләт юстиция советнигы.

Мәскәү Федераль суд приставтары хеҙмәте үҙәк аппаратының федераль әһәмиәттәге башҡарма производстволар буйынса эште ойоштороу бүлеге начальнигы булып эшләгән, 2005 йылдың авгусынан Нижегородка өлкәһе буйынса Федераль суд приставтары хеҙмәте идаралығы етәксеһе булған.