10 декабрь, Шәмбе

27 октябрь 2009 йыл, 17:07

Баш ҡала иҡтисадының туғыҙ айлыҡ күрһәткестәре

автор: Ольга Горюнова

Быйыл туғыҙ айҙа Өфөнөң 183  предприятиеһы 179 миллиард һумлыҡ үҙҙәрендә етештерелгән тауарҙар оҙатты, эштәр һәм хеҙмәтләндереүҙәр башҡарҙы, был уҙған йыл кимәленә ҡарата 82,1 процент тәшкил итә. Тотош ҡала буйынса сәнәғәт производствоһы индексы 94,7 процент  тәшкил итте. – тине бәгәнгә матбуғат конференцияһында Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы урынбаҫары Альбина Йосопова.

Уҙған  йылдың  ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда ҡайһы бер производстволарҙа һәм иҡтисад тармаҡтарында етештереү күләме үҫеше билдәләнде.  Мәҫәлән, элеккесә  “ӨМЭПБ”  асыҡ  акционерҙар  йәмғиәте  алда бара.”Гидравлика” Өфө агрегат предприятиеһы ярайһы уҡ тотороҡло эшләй, шулай ҙа 2008 йыл менән сағыштырғанда был заводтың күрһәткестәре бер ни тиклем кәмене, әлбиттә. “Башҡортостан троллейбус заводы” асыҡ  акционерҙар йәмғиәтендә  етештереү күләмдәре һиҙелерлек үҫте.

Дөйөм алғанда, сәнәғәт предприятиеларының  финанс-иҡтисади хәле тотороҡлана. 2009 йылдың туғыҙ айында Өфө биләмәһендә бөтә кимәлдәрҙәге бюджеттарға 72,6 миллиард һумдан ашыуыраҡ табыш йыйылды. Йыйылған сумманың 47 проценты – федераль бюджетҡа, 45 проценты – республика бюджетына һәм һигеҙ проценты тирәһе (алты миллиард һумға яҡын) ҡала ҡаҙнаһына ингән.

Ағымдағы йылдың өс кварталы йомғаҡтары буйынса Өфөлә уртаса эш хаҡы  уҙған йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда 8,4 процентҡа артҡан. Бөгөн ул 19,5 мең һум тәшкил итә.

1 октябргә ҡарата  рәсми  теркәлгән эшһеҙҙәр һаны уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда  ике тапҡырға артҡан һәм 11983 кеше тәшкил итә.

Туғыҙ ай эсендә ҡала иҡтисадына  инвестициялар  күләме  яҡынса 40  миллиард һум кергән. Бөтә финанс сығанаҡтар иҫәбенә 321,5 мең квадрат  метр дөйөм майҙан менән  торлаҡ йорттар төҙөлгән һәм файҙаланыуға тапшырылған. Йыллыҡ план, Албина Йосопова әйтеүенсә, 560 мең квадрат тәшкил итә. Төҙөүселәр йыл аҙағына тиклем ҡуйылған бурысты үтәргә ниәтләнә.

Социаль тармаҡта яңы обьекттар файҙаланыуға тапшырылды, ҡулланыусылар баҙары киңәйҙе. Торлаҡ-коммуналь хужалығында ла байтаҡ эштәр атҡарылған.

Мәҫәлән, торлаҡ фондын капиталь ремонтлауға 2,09 миллиард һум бүленде. Коммуналь хужалыҡ һәм төҙөкләндереү тармағында хеҙмәтләндерүҙәр  ете миллиард һумдан ашыуға күрһәтелгән. Был үткән йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда 19,9 процентҡа күберәк.

Туғыҙ ай эсендә ҡала пассажирҙар транспорты менән 259,1 миллион пассажир хеҙмәтләндерелгән, шул иҫәптән автобустар менән – 76,3 процент,  электр транспорты менән – 23,7 процент. Өфөнөң автомобилдәр  паркы 129 яңы  автобус, 9 троллейбус, 4 трамвай менән яңыртылды.

Ваҡлап  һатыу  сауҙа әйләнеше – былтырғы осор менән сағыштырғанда  2,8 процентҡа кәмегән  һәм 192,8 миллиард һум кимәлендә.

темалар: Статистика