5 декабрь, Дүшәмбе

27 октябрь 2009 йыл, 14:30

Өфөлә “Урал сәнәғәт форумы” асылды

автор: Марият Артюхова | фото: Андрей Старостин

Өфө  Спорт һарайында  “Урал сәнәғәт форумы” асылды.   Был проект быйыл яңы форматта бирелгән. «Иретеп  йәбештереү һәм контроль»,  «Металл  эшкәртеү: станоктар, инструмент, технологиялар» һәм «Ағас эшкәртеү. Йорт  һалыу»  төбәк-ара махсус күргәҙмәләре  берләштерелгән. Быйыл экспозиция ун өсөнсө тапҡыр асылды.

Форумды рәсми асыуҙа сығыш яһаусылар уның  сәнәғәт тармағы өсөн ни тиклем әһәмиәтле  булыуын   билдәләп үтте.  Иретеп йәбештереү һәм контроль милли ассоциацияның техник директоры Александр Чупрак әйтеп үтеүенсә, финанс көрсөккә ҡарамай, Өфө күргәҙмәһе мәртәбәле сара булып ҡала килә һәм унда өр-яңы технологияларҙан тыш, реновация  буйынса тәҡдимдәр булыуы  ҡыуандыра. Иҫкергән металл конструкцияларҙы яңыртыу ысулдары табылған икән, был Рәсәйҙә инженер  фекере  йәшәүенә ишара. Бөгөн милли продукцияны эске һәм тышҡы баҙарҙарға үткәреү өсөн бөтә тырышлыҡты һалырға һәм ватан машиналар эшләү, ағас эшкәртеү һәм иретеп йәбештереү тармаҡтарын үҫтереүгә йүнәлтелгән сараларҙа әүҙем ҡатнашырға кәрәк.

Быйылғы  форумда  Мәскәү, Санкт–Петербург, Екатеринбург, Пермь, Киров, Ҡазан, Рязань, Түбәнге Новгород, Силәбе, Брянск, Ульяновск, Новосибирск, Краснодар, Волгоград,  Дондағы Ростов  һәм   Рәсәйҙең башҡа   ҡалаларынан  80-дән  ашыу  етештереүселәр  ҡатнаша.  Сәнәғәттең  төрлө тармаҡ  белгестәре был күргәҙмәләрҙә яңы тауарҙар һәм өлгөләр менән таныша.

Традиция буйынса  форум сиктәрендә “Рәсәйҙең иң яҡшы иретеп йәбештереүсеһе – 2009”  конкурсы  үткәреләсәк.

Күргәҙмә 30 октябргә тиклем эшләйәсәк.