Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 66.08 ↑

27 июнь, Шишәмбе

Уфа   °

Хореография училищеһы уҡыусылары Германия һәм Францияла сығыш яһаясаҡ

Йәмғиәт

Рудольф  Нуриев исемендәге Башҡорт хореография училищеһында тәрбиәләнеүсе 40-ҡа яҡын буласаҡ балет артистары Германияла үтәсәк яуаплы гастролдәргә әҙерләнә. Башҡорт хореография училищеһының художество етәксеһе,  Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Леонора Ҡыуатова хәбәр итеүенсә, коллектив 22 ноябрҙә юлға сыға һәм гастролдәр бер ай тиерлек барасаҡ.

– Беҙ  Германияның 20-гә  яҡын ҡалаһында сығыш яһарға тейешбеҙ, – тине Леонора Ҡыуатова. – Улар иҫәбендә Лейпциг, Дрезден һәм башҡалар. Немец тамашасыларына беҙ классик рус балетын  – “Аҡҡоштар күлен”  күрһәтәсәкбеҙ.

Төп ролдәрҙе сығарылыш синыф уҡыусылары, Галина Уланова фонды стипендиаты Анастасия Тихомирова,  Эльдар Йәнгиров, Сабина Саттарова башҡара.

Ошо аҙнала училищеның  тағы ла өс уҡыусыһы йыл һайын Парижда үткәрелгән “Йыһан йәшлеге” халыҡ-ара  балалар коллективтары фестивалендә ҡатнашыу өсөн Францияға юлланасаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть