3 декабрь, Шәмбе

27 октябрь 2009 йыл, 12:34

Ҡазанда “Рәсәй – спорт державаһы” Бөтә Рәсәй форумы тамамланды

автор: Дмитрий Слезин

Ҡазанда   “Рәсәй – спорт державаһы”   Бөтә  Рәсәй форумы тамамланды.  Форум сиктәрендә “Рәсәй Федерацияһында 2020 йылға тиклем физик культураны һәм спорты үҫтереү стратегияһы һәм уны  ғәмәлгә ашырыу механизмдары”   тип исемләнгән физик культура һәм спорт өлкәһендә башҡарма власть органдары етәкселәренең семинар–кәңәшмәһе үткәрелде.

Шулай уҡ  “Дөйөм белем биреү шарттарында физик тәрбиәне модернизациялау”, “Рәсәйҙә балалар һәм үҫмерҙәр спорты үҫеше торошо һәм киләсәге”,  ”Спорт тармағы  – иҡтисадтың  инновацион үҫеше”  темаларына “түңәрәк өҫтәлдәр” ойошторолдо.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы делегацияһын  ведомство башлығы  Александр Никерин етәкләне. Форум эшендә параолимпия уйындары чемпионы Рима Баталова, министрлыҡтың баш белгесе Артем Тимофеев һәм Өфө ҡалаһының Киров районы хакимиәтенең спорт комитеты рәйесе Венер Абзалов ҡатнашты.