4 декабрь, Йәкшәмбе

27 октябрь 2009 йыл, 12:03

“Берҙәм Рәсәй” проекттары Башҡортостанда уңышлы алып барыла

автор: Марина Шумилова

“Берҙәм Рәсәй”ҙең тиҙҙән буласаҡ XI сьезының көн тәртибенә  индерелгән мәсьәләләрҙең береһе – партия проекттарын ғәмәлгә  ашырыу.  Бөгөн  барлығы   утыҙҙан ашыу проект иҫәпләнә һәм уларҙың күбеһе Башҡортостанда алып  барыла. "Берҙәм Рәсәй" партияһының төбәк  башҡарма комитеты етәксеһе Исмәғил Ғәбитов һөйләүенсә, республикала “Кадрҙар резервы  – илебеҙҙең  һөнәри командаһы” исемле проекты буйынса әүҙем эш алып барыла. Ойошторолған кадрҙар резервы төрлө кимәлдәге идара хеҙмәткәрҙәре, шулай уҡ Рәсәйҙең эре предприятиелары  өсөн ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостан Республикаһынан проектта ҡатнашыусы биш кеше  “алтын меңлек” иҫәбенә керетелде һәм Рәсәй Президентына күрһәтелде.

“Физик культура һәм сәләмәтләндереү комплекстарын төҙөү”  сәйәси проект буйынса ла эш юғары  һөҙөмтәле булды. Быйыл республикала  “Берҙәм Рәсәй”  партияһы ярҙамында Баймаҡ,Октябрьский, Ишембай ҡалаларында һәм Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында  физик культура һәм сәләмәтләндереү комплекстары файҙаланыуға тапшырылды. Уларҙың  барыһы ла “Берҙәм Рәсәй”  партияһы тарафынан спорт ҡоролмалары менән йыһазландырылды, ә Баймаҡта бассейн төҙөлдө.

Тағы ла бер сәйәси проекттарҙың береһе – “Тарихи хәтер” исемле.  Уның маҡсаты Рәсәйҙең рухи-әхләҡи тергеҙелеүенә, тыуған илгә һөйөү тәрбиәләүгә, Рәсәй халҡының берҙәмлегенә һәм  милләт-ара килешеп йәшәүгә булышлыҡ итеү. Был йүнәлештә партияның  һәм “Йәш гвардиясылар” төбәк бүлексәләре уңышлы эшләй.

Төбәк бүлексәһе   ғүмерҙе оҙайтыу,  ваҡытынан алда үлеү осраҡтарын кәметеү, халыҡты сәләмәтләндереү  иҫәбенә демографик күрһәткестәрҙе  яҡшыртыуға йүнәлтелгән  “Рәсәй: беҙ оҙаҡ йәшәргә тейешбеҙ” проектына ла етди иғтибар бүлә. Ағымдағы йылда ошо проект сиктәрендә Ишембай, Мәләүез райондары  үҙәк дауаханаларына, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына  заманса медицина ҡорамалдары  ҡайтарылды.

темалар: Партиялар