3 декабрь, Шәмбе

27 октябрь 2009 йыл, 11:11

Башҡортостандың иң матур ауылы – Түбәнге Ләмәҙ

автор: Әлфиә Әһлиуллина

Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылында “ 2009 йылда Башҡортостандың иң матур ауылы” телевизион фестиваленең һуңғы этабы булып үтте. Байрам сараһында был фестивалдең быйылғы еңеүселәре – Түбәнге Ләмәҙ ауылы халҡы, Күгәрсен районының Тәүәкән һәм Мәсетле районының  Абдулла ауылдары вәкилдәре, “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрселәре ҡатнашты.

Һәр ауыл был байрамға  үҙҙәренең тыуған төйәге, уның халҡы менән таныштырған матур концерт программалары  әҙерләгән.

Хужалар исеменән “Һомай” балалар фольклор ансамбле сығыш яһаны.

–“2009 йылда Башҡортостандың иң матур ауылы” телевизион фестивалендә яуланған еңеү мәртәбәле , – тине үҙенең сығышында  Иглин районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡов. – Ул беҙҙе Тәүәкән һәм Абдулла  кеүек   төҙөкләндерелгән, йәмле ауылдар рәтенә индерҙе. Әлбиттә, был еңеү беҙҙең халыҡ өсөн артабан да  намыҫлы эшләргә, тырышып донъя көтәргә этәргес булып торасаҡ.

Иглин районы хакимиәтенең мәғлүмәт–аналитика бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, телефестивалдең финалына сығыусыларҙың барыһы ла телевизор, видеоуйнатҡыс, саң һурҙырғыстар менән бүләкләнгән.

Фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә Фәрүәз Урманшин, Гөлсинә Мөхәмәҙиева, Әлфиә Юлсурина, Рөстәм Ғизатуллин, Ғәзим Ильясовтың  сығыштары көтөлмәгән бүләк булды.

темалар: Фестивалдәр